Үткән аҙна командировка менән башланды.БСТ каналында етди проектты башлап торабыҙ. Был хаҡта һуңыраҡ.Шуның араһында
башҡорт режиссеры@ Булат Юсупов "Шағир көндәлеге"нең русса вариантын бергәләп ҡарау һәм фекерҙәр менән уртаҡлашыуға саҡырҙы.Ваҡыт табып барҙым,сөнки ошоға тиклем фильмдың башҡортсаһын да ҡарай алмай йөрөй инем☹. Шуны әйтергә теләйем, күп төрлө тамашалар менән бергә башҡорт фильмдарын да ҡарарға кәрәк, йәмәғәт!!! Республикала күҙгә күренерлек картиналар төшөргән ике режиссерҙы таныйым. Шуларҙың береһе Булат Йосопов! Фильм хаҡында быға тиклем фекерҙәр ишетһәм дә, картина миңә аңлашылды һәм күңелемә ятты☀
Тура һүҙле, үҙ фекере булған кешеләргә бер дәүерҙә лә еңел түгел, шулай бит.Ә Рәми ағай үҙ осороноң әҙибе. Бынан тыш, ул заманда ябай кешеләрҙең дә, хатта намыҫлы совет етәкселәренең дә тормошо шулайырак ине. Көнкүреш шарттары - алама ғына йорт, етешмәгән тормош...Шулай ҙа кешеләрҙең күңеле көр була торғайны.Ә Рәми ағай ижад һәм намыҫлы кеше булараҡ айырыуса яраҡлаша алмаған.
Булат фильмда әҙип тормошоноң өс осорон һүрәтләй.Унын атайһыҙ, ауыр бала сағы, унан киләсәккә өмөттәр бағлаған йәш, һәләтле яҙыусының әҙәбиәткә килеүе һәм әсе ысынбарлыҡ. Шағирҙың аҡсаһыҙ, ҡатыны, бала-сағаһы менән урамда йөрөүе.Фильмда был осорҙар, сюжет линияһы бер-береһе менән үрелеп бара.Был режиссура яғынан бик отошло алым тип баһаланым! Картина ла илатырлыҡ көслө урындар бар! Рәми ағайҙың атаһының һуғышҡа китеүе, шағирҙың ғүмере буйы атай терәгенә мохтаж булыуы йәнде әсетте. Актерҙарға айырым рәхмәт.Ышандырҙығыҙ.Әле "Шағир көндәлеге" русса сыҡты,барып ҡарағыҙ мотлаҡ.
P.S Булат Йосопов, бынан бер нисә йылдар элек, халыҡ аҡсаһына халыҡ фильмы тип иғлан иткән сарала ла ҡатнашҡайным.Шунда уҡ алдынғы ҡарашлы башҡорттар аҡса тапшыра башлағайны.Унда нисек осона сығырҙар икән тип уйлағайным. КИНО килеп сыҡҡан, афариндар!!!